Һуғышҡа хәтлем бер ауылдан ситтә колхоздың тауыҡ фермаһы була. Шунда бер ғаилә тауыҡ фермаһында эшләй, йәшәй. Бер төндә, тауышҡа уянып, бабай тышҡа сыға. Тауыш ҡош-ҡорт һарайынан килә. Бабай елле генә таяҡ тотоп һарайға инеп, ишекте эстән яба.
Ҡараңғы һарай мөйөшөндә янып торған ике күҙ күрә ул. Шунан таяғы менән төнгө ҡунаҡты һарай буйлап баҫтырырға тотона. Ҡыйыҡтың тишегенән һаран ғына ай яҡтыһы төшә, шулай төлкө тип уйлап баҫтырған йәнлеге бүре икәнен танып ҡала һәм дөмбәҫләй башлай.
Шул ваҡыт әбейе, бабай ни эшләп оҙаҡланы икән тип, һарайға сыға. Бабай ишек тауышын ишетә лә: "Әбей, мылтыҡты алып сыҡ, бында бүре!" - тип ҡысҡыра. Әммә әбейе ҡурҡышынан һарайҙың ишеген тыштан терәтә лә, икебеҙҙе лә бүре ашаһа, балаларҙы кем ҡарар, тип өйгә ҡаса.
Әбейенең ишекте терәткәнен ишетеп, башҡаса әмәл юҡ, йә бүре, йә мин, тип бабай йәнтәслим алыша башлай һәм бүрене туҡмап үлтереп ҡуя. Шулай арманһыҙ булып, хәлдән тайып ишеккә терәлеп ултыра.
Бабай тереме, үлеме икән, тип әбейе ипләп кенә ишеккә яҡын барып тыңлай. Тауыш булмағас, терәүен алһа, ишек асыла ла уның ыңғайы бабайы ергә тәгәрәп китә.
- Уй-й-й-й, бабай, беҙҙе кемгә ҡалдырып киттең?! – тип әбей илай башлай.
Бабай уның илағанын тыңлап, өндәшмәй ята ла: "Нимә илайһың, үҙең бүре ашаһын тип бикләп киттең бит", – тип яуап биргән...
Интернеттан.
Автор фотоһы.