

Өфөлә булған ике мутлашыу осрағында пенсионерҙарҙың уяулығы ҙур суммала аҡса урлауҙы иҫкәртергә ярҙам иткән. Мутлашыусылар төрлө дәүләт структуралары хеҙмәткәрҙәре булып ҡыланып, оло йәштәге кешеләрҙе алдап маташҡан, әммә уларҙың мәкерле планы тормошҡа ашмаған.
Аферистар үҙҙәрен нисек тотҡан
Беренсе осраҡта 70 йәшлек Өфө кешеһенә аферистар йыш шылтырата, хәбәрҙәр яҙа. Улар сиратлап үҙҙәрен йә кадрҙар бүлеге, йә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы, ФСБ һәм Үҙәк Банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. “Аккаунтын емереүҙәре”, “пенсия иҫәбенә күскән аҡса”, “һаҡлауға һалынған аҡсаны һаҡлау” тигән һылтауҙар менән енәйәтселәр ирҙе бөтә туплаған болон – 15 миллион һумын – “хәүефһеҙ иҫәптәргә” күсерергә өгөтләй.
Икенсе юлы 50 йәшлек иргә, бер ҡараһаң, домофон ҡуйыусы белгес, икенсе ҡараһаң, “Росфиннадзор” хеҙмәткәре булып шылтыраталар. Енәйәт өсөн яуаплылыҡ менән ҡурҡытып һәм асҡысты алмаштырырға кәрәк тигән һылтау менән унан 1,9 миллион һум аҡсаһын алмаҡсы булалар.
Ниңә план тормошҡа ашмаған?
Пенсионерҙар сос булып сыҡҡан, шуға ла улар өгөтләүҙәргә бирешмәгән. Бынан алдараҡ булған бер осраҡта банк хеҙмәткәрҙәре ир кеше менән әңгәмәләшеп, уның менән мутлашыусылар һөйләшкәнен төшөндөрә алған.
Әлеге осраҡтарҙа зыян күрә яҙған граждандар аҡсанан ҡолаҡ ҡаҡмаҫ элек үк полицияға мөрәжәғәт иткән.
Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың реакцияһы
Ике осраҡ буйынса ла ифрат ҙур күләмдә мутлашырға маташыу статьяһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. "Банктарҙың, дәүләт органдарының һәм махсус хеҙмәттәрҙең (спецслужбы) ысын вәкилдәре бер ҡасан да аҡсаны „хәүефһеҙ иҫәп“кә күсереүҙе йәки шәхси мәғлүмәттәрҙе телефон аша әйтеүҙе һорамай”, – тип иҫкәртә БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Мәғлүмәт, фото: “Башинформ” агентлығы.