Енәйәт эше яңынан тергеҙелгән. 26 йыл элек – 2000 йылдың 13 июлендә Иглин районында урынлашҡан "Сакай" балалар лагерында ике бала эҙһеҙ юғала, улар менән ни булғаны әлегәсә билдәле түгел. Ул саҡта енәйәт эше ҡуҙғатылһа ла, һөҙөмтә булмай һәм бер кем дә яуаплылыҡҡа тарттырылмай.
Рәсәй Тәфтиш комитеты Александр Бастрыкин фажиғәле хәлде яңынан тикшерергә ҡушты.
10 йәшлек Ярослав Чепков менән 7 йәшлек Кенан Мостафаев Эҫем йылғаһына һыу инергә барғанда юғала. Ярославтың кәүҙәһе табылды, тип яҙһалар ҙа, ата-әсә, ул беҙҙең бала түгел ине, тип раҫлай. Ә икенсеһе эҙһеҙ ғәйеп була...
Лагерҙағы сәйер шарттар, талаптар хаҡында башҡа балалар ҙа һөйләгән. Уларҙы йүнләп ашатмайҙар, яланғас йөрөргә, һарайҙа йәшәргә, төрлө ритуалдарҙа ҡатнашырға мәжбүр итәләр. Лагерь етәкселәренең “Радостея” сектаһы менән бәйле булыуы ихтимал.
Кенандың ата-әсә күп йылдар балаларын үҙаллы табырға тырыша, шулай уҡ полиция, волонтерҙар, детектив, экстрасенстар, журналистар, башҡа битараф булмаған кешеләр ҙә эҙләүгә ҡушыла. Кенан исемле малайҙы 2000 йылда Эҫем ҡалаһында күргәндәр, тигән мәғлүмәт тә була. Уны автомобилдән трассала төшөргәс, бер ғаилә үҙенә алып ҡайта. Унда малай 10 көн йәшәй, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уны милицияға алып барғандар. Малай үҙе тураһында бер ни һөйләй алмай, бәлки, иҫен юғалтҡандыр, тип билдәләнә.
16 йылдан һуң эҙләү ата-әсәне хатта Төркиәгә алып килә: Антальяла бер ҡурҡыныс аварияға осрап, иҫен юғалтҡан егеттең улдарына оҡшап тороуын белдерәләр. Ләкин ул ваҡытта ДНК һөҙөмтәһе уның Кенан түгеллеген күрһәтә.
Әсәй кеше һаман улын табыуға өмөтөн өҙмәй. “Башинформ” журналисы менән әңгәмәлә Ирада Мостафаева күп ваҡыт үтһә лә, улын күреүгә ышанысының көслө булыуы тураһында һөйләгән.
Бастрыкиндың күрһәтмәһенә ярашлы әле “Үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Автор:Аклима Гизатуллина