ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Апреля , 06:59

Хәйбулла районында янғын сыҡҡан

Үкенескә күрә зыян күреүселәр бар

Хәйбулла районында янғын сыҡҡанХәйбулла районында янғын сыҡҡан
Хәйбулла районында янғын сыҡҡан

Кисә 26 апрель кискеһен Степной ауылында ағас йорт яна.  Янғын һүндереүселәр утты һүндергән.

Ҡыҙғанысҡа күрә, янғын һөҙөмтәһендә 31 йәшлек ир һәм 3 йәшлек бала зыян күрә. Зыян күреүселәр медицина учреждениеһына килтерелгән.
Янғындың сәбәптәре һәм шарттары Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе тарафынан асыҡлана.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра. атап әйткәндә:
*Электр сымдары төҙөклөгөн тикшерегеҙ: иҫкергән, бөгөлгән йәки артыҡ йылынып киткән сымдар — янғындарҙың йыш сәбәбе.
* Мейестәр һәм йылытҡыстар ҡулланғанда йылылыҡ сығанағы өҫтөндә керҙе киптермәгеҙ, мебель һәм туҡымаларҙы уларға бик яҡын ҡуймағыҙ.
* Автономиялы янғын иҫкәрткесте ҡуйығыҙ: ул ваҡытында төтөн тураһында иҫкәртәсәк һәм ғүмерҙе ҡотҡарасаҡ.
* Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Шырпыларҙы, зажигалкаларҙы һәм электр приборҙарын улар ала алмаған урында һаҡлағыҙ.

Янғын сыҡҡан осраҡта шунда уҡ 101 йәки 112-гә шылтыратығыҙ.

 

фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Хәйбулла районында янғын сыҡҡан
Хәйбулла районында янғын сыҡҡан
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас