ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Апреля , 03:43

Студент мутлашыусыларға 715 мең һум "бүләк иткән"

Хәл "кәрәҙле элемтә операторы хеҙмәткәре" шылтыратыуынан башлана

Студент мутлашыусыларға 715 мең һум "бүләк иткән"Студент мутлашыусыларға 715 мең һум "бүләк иткән"
Студент мутлашыусыларға 715 мең һум "бүләк иткән"

Стәрлетамаҡта йәшәгән 23 йәшлек егет полицияға мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Билдәһеҙ кешеләр сим-картаны оҙайтыу һылтауы менән студенттан аҡса ала.

Уның һүҙҙәренсә, уға билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен "кәрәҙле элемтә операторы хеҙмәткәре" тип таныштыра. Шылтыратыусы элемтә хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн килешеүҙе оҙайтыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә һәм sms-хәбәрҙән кодты әйтеүҙе һорай. Зыян күреүсе сит кешенең бөтә күрһәтмәләрен үтәй.

Бер аҙҙан егеткә «МФЦ хеҙмәткәре» булып мутлашыусы шылтырата, ә бер сәғәттән һуң «ФСБ хеҙмәткәре» бәйләнешкә инә. Аҡсаны һаҡлау һылтауы менән мутлашыусылар студентты булған бөтә йыйылған аҡсаларҙы алып, «хәүефһеҙ иҫәп»кә күсерергә күндерә. Зыян күреүсе, алдашыуҙы һиҙмәйенсә, үҙенең иҫәбенән 715 мең һум аҡса ала һәм уны банкомат аша аферисттар күрһәткән иҫәпкә күсерә.

Енәйәтселәр бәйләнешкә сыҡмағас, студент мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

ФОТО: КСЕНИЯ КАЛИНИНА

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас