

Йылайыр районының Исҡужа ауылынан 38 йәшлек ирҙе үле килеш тапҡандар. Был хаҡта «Лиза Алерт Башҡортостан» эҙәрмәндәр отрядында хәбәр иттеләр.
Ирҙе 2025 йылдың декабренән эҙләнеләр. 9 декабрҙә ир һоро төҫтәге «Лада Гранта» машинаһында сығып киткән һәм әйләнеп ҡайтмаған. Эҙләүгә полиция хеҙмәткәрҙәре һәм «Лиза Алерт» отряды ирекмәндәре ҡушыла.
Мәрхүмдең туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
фото:«Лиза Алерт Башҡортостан»