

Бөгөн иртәнге сәғәт 6-ла Бәләбәй — Приют трассаһының 28-се километрында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. Транспорт менән идара итеүгә праваһы булмаған 16 йәшлек «Дэу Нексия» водителе кюветҡа төшә, шунан һуң автомобиль ауҙарыла.
Һөҙөмтәлә дүрт пассажир һәләк була: 1999 йылғы ир-ат һәм 1997, 1998 һәм 2001 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар.
Водитель үҙе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.
фото:ЮХХДИ