

Сибай ҡалаһында баҡса участкаһында ике ҡатын баҙҙан картуф сығарырға ҡарар иткән. Шул ваҡытта береһе 2,5 метр тәрәнлектәге баҙға ҡолап төшә. Урынға ҡотҡарыусыларҙы саҡыралар.
Улар өсмөйөшкә ҡуйылған лебедка ярҙамында зыян күреүсене мөгәрәптән һаҡ ҡына сығаралар, артабан ашығыс медицина ярҙамы автомобиленә тиклем алып баралар.
ФОТО: ГОСКОМИТЕТ РБ ПО ЧС