

Бөгөн Әбйәлил районында Оло Ҡыҙыл йылғаһында сапбордист батып үлгән.
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, улар Силәбе өлкәһенән килгән туристар булған. Өс дуҫ күрше республикаға сапбордтарҙа йөҙөп китә. Йылға үҙәненең боролошонда бер таҡта ағасҡа төкөй, сапбордист һыуға ҡолай һәм тиҙ арала страховка тросын аяғынан ысҡындыра алмаған.
"Яҙғы йылғалар тәжрибә, әҙерлек һәм хәүефте аңлауҙы талап итә. Әҙерлекһеҙ кешеләр өсөн был ваҡытта кәмәлә йөҙөү үлемгә килтереүе ихтимал", - тип аңлатма бирҙеләр ҒБашҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетынанда.
фото:Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты.