Фермер Иглин районының Оло Теләк ауылы эргәһендәге баҫыуҙа граната тапҡан. «Честный репортаж» мәғлүмәттәре буйынса, уның янында гильзалар һәм ат амуницияһы ла булған.
Был граната Граждандар һуғышы осоронан бирле шунда ятҡандыр, тип уйлай ул. Полицейскийҙар һәм саперҙар ваҡиға урынына барырған һәм грантаны юҡ иткән.