Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Апрель , 16:24

Автомобилдән ҡалай ғына тороп ҡалған, ә үҙҙәре...

Өфө янында төндә бер юлы биш кеше зыян күргән

Автомобилдән ҡалай ғына тороп ҡалған, ә үҙҙәре...
Автомобилдән ҡалай ғына тороп ҡалған, ә үҙҙәре...

Өфө эргәһендәге бер нисә машина ҡатнашлығындағы аварияла биш кеше зыян күргән.

Бөгөн төндә М-5 “Урал” автомобиль юлының 1459-сы километрында дүрт транспорт сараһы бәрелешкән - ике “Лада Приора”, “Митсубиси Лансер” һәм тағылмаһы булған “ДАФ” ҙур йөк автомобиле. Фотоларҙа күренеүсенсә, "Лада Приора" автомобиленән ҡалай ғына тороп ҡалған.

Авария һөҙөмтәһендә “Лада Приора”ның водителдәре  - 22 һәм 37 йәшлек егеттәр, шулай уҡ 18, 21 һәм 22 йәшлек өс пассажир төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Әлеге ваҡытта ваҡиғаның бөтә сәбәптәре асыҡлана.

Фото: Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһынан.

Автор: Рәмилә Мусина

Автор:
Читайте нас