Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Апрель , 07:50

Йәш егеттең ғүмере өҙөлгән...

Уға яңыраҡ ҡына 18 йәш тулған

Башҡортостан  дәүләт автоинспекцияһы
Фото: Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы

Учалы ҡалаһында Энергетиктар урамында йәйәүле менән ҡот осҡос фажиғә теркәлгән.

Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ВАЗ-2115 руле артындағы водитель шул уҡ йүнәлештә барған йәйәүлене бәрҙергән. Алынған йәрәхәттәрҙән йәйәүле юл-транспорт ваҡиғаһы урынында йән биргән.

Һәләк булған егеткә күптән түгел 18 йәш тулған, уның кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булмаған.

Дәүләт автоинспекцияһы иҫкәртә: әгәр һеҙгә юл буйлап барырға йәки төндә уны үтергә тура килһә, мотлаҡ яҡты кейем кейегеҙ йәки яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар ҡулланығыҙ — шулай итеп водителдәр һеҙҙе алыҫтан уҡ күрә аласаҡ. Хатта машиналар аҙ булған осраҡта ла, юл ситенән мөмкин тиклем алыҫ йөрөгөҙ.

Видео: Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы
Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас