ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Апреля , 10:17

Рельстан сыҡҡан поезд пассажирҙарының күбеһен Ульяновскиға алып килгәндәр

Тиҙҙән уларҙы маршрут буйынса ебәрәләр.

Рельстан сыҡҡан поезд пассажирҙарының күбеһен Ульяновскиға алып килгәндәрРельстан сыҡҡан поезд пассажирҙарының күбеһен Ульяновскиға алып килгәндәр
Рельстан сыҡҡан поезд пассажирҙарының күбеһен Ульяновскиға алып килгәндәр

302-се Мәскәү – Силәбе поезының 352 пассажиры Ульяновск-Үҙәк станцияһына килеп еткән, ҡалғандарын яҡын арала алып килергә тейештәр, тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән. Поезда бөтәһе 412 пассажир булған.

Бөтәһе лә туҡланыу менән тәьмин ителә, кәрәк булған осраҡта психологик ярҙам алырға мөмкин. Икенсе поезд әҙер, пассажирҙар медицина тикшереүе үткәндән һуң ул юлға сыға.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Мәскәү — Силәбе поезының ете вагоны Ульяновск өлкәһенең Бряндино станцияһында рельстан сыҡҡан. Бер нисә кеше имгәнгән, ҡорбандар юҡ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-03/bolshinstvo-passazhirov-popavshego-v-chp-poezda-dostavleny-v-ulyanovsk-4637962

Автор: Элина Әхмәтова
Фото: Куйбышев тимер юлы | социаль селтәрҙәр
Автор:
Читайте нас