Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Ғинуар , 21:49

Өфөлә кескәй ҡыҙын дүртенсе ҡаттан ырғытҡан ирҙе аҡылдан яҙған тип танығандар

Тәфтишселәр сабыйҙы үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнгән иргә ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамлаған.

Өфөлә кескәй ҡыҙын дүртенсе ҡаттан ырғытҡан ирҙе аҡылдан яҙған тип танығандар
Өфөлә кескәй ҡыҙын дүртенсе ҡаттан ырғытҡан ирҙе аҡылдан яҙған тип танығандар

Рәсәй Тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың 9 октябре иртәһендә атай кеше кескәй ҡыҙын дүртенсе ҡаттағы балкондан ырғытҡан. Бала ауыр йәрәхәтләнгән, бәхеткә күрә, ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү һөҙөмтәһендә уның ғүмере ҡотҡарып ҡалынған.

Суд экспертизаһы һығымтаһына ярашлы, ир хроник психик тайпылыштан яфалана. Эксперттар уға махсус шарттарҙа психиатрия ярҙамы күрһәткән медицина ойошмаһында дауаланырға тәҡдим иткән. Енәйәт эше медицина характерындағы мәжбүри саралар ҡулланыу мәсьәләһен ҡарау өсөн судҡа ебәрелгән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-01-22/ufimets-vybrosivshiy-doch-iz-okna-stradaet-psihicheskim-rasstroystvom-4545908

        Автор: Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас