Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Ғинуар , 14:09

Ҡыҙ үҙен имгәткән өсөн Өфө табибынан 10 миллион һум талап итә

Ҡыҙ хирург уны имгәтте тип бара. Ә табип, өҙлөгөүҙәр һәр кем менән булырға мөмкин, тип һанай...    

Был пациент биш йыл инде ғәҙеллеккә өлгәшә алмай. Ҡыҙ Өфө клиникаһынан имгәнгән күкрәге өсөн 10 миллион һум талап итә. 

2020 йылдың декабрендә Н. Өфөләге медицина клиникаһына күкрәгенә операция яһатырға - имплант ҡуйҙырырға бара. Ҡыҙ эш өсөн 350 мең һум тирәһе аҡса түләй. Әммә әмәлиәттән һуң өҙлөгөүҙәр күҙәтелә - һул күкрәге серей башлай, ә уңы һиҙгерлеген юғалта, һуңынан асимметрия һәм даими ауыртыуҙар барлыҡҡа килә.

Н.-дың дәғүәһенә хирург, өҙлөгөүҙәр һәр кем менән булырға мөмкин, тип яуап бирә һәм эште төҙәтергә вәғәҙә итә, әммә һүҙендә тормай. Ҡыҙ юристарға мөрәжәғәт итә, тикшереү башлана, уның барышында Н.-дың медицина картаһында импланттар тураһындағы мәғлүмәттәрҙең бер өлөшө юҡлығы асыҡлана. Юрист клиника мәғлүмәттәрҙе аңлы рәүештә юйған тип иҫәпләй.

Клиника ҡыҙға 200 мең һум компенсация тәҡдим итә. Әммә операция ҡиммәтерәк тора, ә артабанғы дауалау өсөн тағы ла 300 меңдән ашыу аҡса сарыф итергә тура килә. Хәҙер Н. суд аша клиниканан 10 миллион һум түләтергә теләй.

Хәҙерге заманда ошоға оҡшаш пластик операциялар яһатыу киң таралды: кемдер йөҙөн тарттыра, ҡолаған, танауын төҙәттерә, күкрәген ҙурайттыра. Ләкин йыш ҡына уларҙың һөҙөмтәһе клиентты ҡәнәғәтләндермәй, ҡайһы берҙә ауыр эҙемтәләргә лә килтерә. Пациенттар хатта бығаса булған һөйкөмлө ҡиәфәтен юғалтып, һаулығына зыян да килтерттерә.

Һеҙ ошондай күренештәр менән осрашҡанығыҙ бармы? Пластик операцияларға ҡарашығыҙ нисек? Ғөмүмән, был турала ни уйлайһығыҙ, төркөмдәштәр?

Автор фотоэтюды.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас