Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Ғинуар , 14:31

Ҡот осҡос аварияла өс машина төкөшкән

Үкенескә күрә ҡорбандар бар. Ҡышҡы юл ҙур иплелек талап итеүен онотмайыҡ!

Ҡот осҡос аварияла өс машина төкөшкән
Ҡот осҡос аварияла өс машина төкөшкән

Кисә кис Иглин районында М5 “Урал” трассаһының 1503-сө километрында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Республика буйынса Дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә йәшәгән 45 йәшлек ҡатын, Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһы яғынан Өфө яғына табан хәрәкәт итеп, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Уның "Рено Дастер" автомобиле Scania йөк машинаһы, ә һуңынан Toyota внедорожнигы менән бәрелешә.

Renault водителе алған йәрәхәттәренән урында уҡ һәләк була. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары һәм ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре эшләй. Авария шарттары асыҡлана. Был участкала хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә.

Ҡышҡы юл ҙур иплелек талап итә. Үлемесле һәм ҡурҡыныс аварияларға юл ҡуймаҫ өсөн тейешле тиҙлекте һаҡларға, ниндәй ҙә булһа хәрәкәт яһар алдынан маневрҙың хәүефһеҙлегенә ышанырға, ҡайыштарҙы эләктереп йөрөргә кәрәк. Юлдар имен булһын.

Фото: ГАИ РБ.  

Автор: «Башҡортостан» гәзите
Читайте нас