Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Ғинуар , 14:35

Машинала бала ла булған

Көслө бәрелеш һөҙөмтәһендә ике автомобиль дә түңкәрелгән

Машинала бала ла булған
Машинала бала ла булған

Өфө - Яңауыл юлының 45-се километрында, Благовещен районы биләмәһендә авария булған. "Хендай Солярис" менән "Мерседес Бенц" бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Хендай Солярис" водителе, 39 йәшлек ир, урында уҡ һәләк була. "Мерседес бенц" водителе, 31 йәшлек ир, уның ҡатыны, ете йәшлек бала төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

ИҒТИБАР! Һуңғы арала буран сығып, һауа торошо боҙолоп тора. Ҡышҡы юлда тәгәрмәс эҙе лә машинаны алып ырғытырға мөмкин. Һаҡ булығыҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ, хәүефле урында алдағы транспортты уҙып китергә тырышмағыҙ!

 

Фото: Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова

Машинала бала ла булған
Машинала бала ла булған
Машинала бала ла булған
Автор: «Башҡортостан» гәзите
Читайте нас