Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе уҙған йомала 2,5 миллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡҡан. 42 йәшлек ҡатын мутлашыусыларҙан әсәһенең аҡсаһын «ҡотҡарырға маташҡан» һәм уларҙың тоҙағына эләккән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге хәйлә килеп сыҡмаған — үҙен «Росфинмониторинг хеҙмәткәре» булып танытҡан ир уның исеменә кредит алырға тырышалар, һәм быны булдырмау өсөн шундай уҡ сумманы йыйып, «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә кәрәк, тип белдергән.
Шуға күрә бер нисә сәғәттән ҡатынға «ФСБ хеҙмәткәренән» шылтыратыу килә. Баҡтиһәң, ханым аҡсаны дуҫ булмаған дәүләттәрҙең иҫәптәренә аҡса күсерә, ә бының өсөн уға енәйәт яуаплылығы янай, ти. Һәм аҡсаны ҡотҡарыу өсөн уларҙы «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә кәрәк тип өҫтәй. Ҡатындың нервылары сыҙамай һәм ул әсәһенең 2,45 миллион һум аҡсаһын ала һәм банкомат аша күрһәтелгән иҫәпкә күсерә. Һәм өйгә ҡайтҡас ҡына ҡатын хәлде анализлай һәм барыһын да аңлай.
«Таныш булмаған номерҙан килгән һәр шылтыратыуға һаҡлыҡ менән ҡарарға кәрәк. Сит кешеләрҙең күрһәтмәләре буйынса финанс операцияларын башҡармағыҙ», — тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында.
фото:Башинформ.