Өфө ҡалаһы полицияһы 63 йәшлек ҡатындың ғаризаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Ул 300 мең һумдан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Ханымға «коммуналь компания хеҙмәткәре» булып үҙен таныштырған билдәһеҙ әҙәм шылтыратып, приборҙарҙы алмаштырыуға яҙылырға тәҡдим итеүен һөйләгән — йәнәһе уларҙы ашығыс рәүештә алмаштырырға кәрәк, юғиһә штраф һаласаҡтар. Ә яҙылыуҙы раҫлау өсөн ул телефонға ебәрелгән кодты әйтеүҙе һорай.
Артабан мутлашыусыларҙың традицион схемаһы эшләй башлай. Ҡатынға «хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре» шылтыратып, уларҙың мутлашыусылар булыуын һәм әйтелгән код ярҙамында кредит юллай башлағандар тип хәбәр итә. Шуға күрә бөтә аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә кәрәк тип өгөтләйҙәр ханымды. Пенсионер ҡатын мутлашыусыларға ышанып, банктан 300 мең һум аҡса алған һәм уларҙы күрһәтелгән иҫәпкә күсергән...
фото:Башинформ.