Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Ғинуар , 11:22

Өс кеше, шул иҫәптән бер бала урмандан үҙ аллы сыға алмаған

     

Өс кеше, шул иҫәптән бер бала урмандан үҙ аллы сыға алмаған
Өс кеше, шул иҫәптән бер бала урмандан үҙ аллы сыға алмаған

Ҡотҡарыусылар Нуриман районында урманда ике иргә һәм балаға ярҙам иткән.

Кисә кис атаһы менән 9 йәшлек малай һәм уларҙың дуҫы ҡаргиҙәрҙәрҙә урманға сығып киткән. Таныш маршрутта улар йомшаҡ ҡарға юлыға һәм ҡар тотҡонона эләгә. Үҙ аллы сыға алмағас ирҙәр ярҙам һорап ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә.

Урынға килгән ҡотҡарыусылар ир-егеттәрҙе "әсирлектән" сығырға ярҙам итә һәм уларҙы юлға оҙата. Медицина ярҙамы бер кемгә лә талап ителмәгән.

«Сәфәргә сығыр алдынан маршрутығыҙҙы ентекләп өйрәнегеҙ һәм  алдан планлаштырығыҙ. Хәрәкәт ваҡытында тәрән һәм йомшаҡ ҡарлы участкаларҙан ҡасырға тырышығыҙ,  сөнки улар хәрәкәтте ҡатмарлаштыра һәм юлды үетп булмаҫлыҡ ҡаршылыҡҡа әйләндерә. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта 112-се номерға шылтыратығыҙ!» - тип мөрәжәғәт итәләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.

Әйтергә кәрәк, ғинуар башынан 112 хеҙмәтенә аҙашыу тураһында 6 хәбәр килә, һөҙөмтәлә 11 кеше юғала, шуларҙың береһе бала.

 

 

Өс кеше, шул иҫәптән бер бала урмандан үҙ аллы сыға алмаған
Өс кеше, шул иҫәптән бер бала урмандан үҙ аллы сыға алмаған
Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас