Бөгөн иртән 112 хеҙмәтенә Өфө районының Николаевка ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән.
Утты янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр һүндерә. Янғын һөҙөмтәһендә 15х20 м ҙурлыҡтағы кәртә емерелә.
Янғын урынын тикшереү һөҙөмтәһендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше мәйете табыла. Үлгән кешенең кем булыуын асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара. Янғындың сәбәбе асыҡлана.
Һаҡ булығыҙ һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!
фото:МЧС РБ