Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Ғинуар , 14:06

Пенсионер интернет аша һатып алам тип

1,2 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Пенсионер интернет аша һатып алам тип
Пенсионер интернет аша һатып алам тип

Стәрлетамаҡта йәшәүсе мутлашыусыларҙың хәйләһенә эләккән.

Популяр мессенджерҙарҙың береһендә зыян күреүсе Европанан килтерелгән автомобилде алырға тәҡдим иткән иғланға тап була. Ир менеджер менән күрһәтелгән телефон аша бәйләнешкә инә һәм «Тойота Рав 4» автомобиленә бер нисә тәҡдим ала.

Тиҙҙән граждан менән "һатыусының вәкиле" бәйләнешкә инә, ул машинаның таможняны уңышлы үтеүен һәм килешеүҙе тамамлау өсөн автомобиль хужаһына 1 миллион 210 мең һум аҡса күсерергә кәрәклеген хәбәр итә. Ир был талапты үтәй.

Бер аҙҙан автомобиль Рәсәйҙә һәм уны яҡын арала килтереү планлаштырыла тигән хәбәр килә. Бынан һуң мутлашыусылар бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай, һәм ир үҙенең мутлашыусылар ҡорбаны булыуын аңлай. Бынан һуң ул полицияға мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә.

Фото: Валерий Шахов

Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас