Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Ғинуар , 12:19

Бер юлы 6 автомобиль бәрелешкән

Һауа торошо насар булған шарттарҙа транспорттар араһындағы дистанцияны арттырырға кәрәк, шулай уҡ тиҙлекте кәметеү һәм күреү шарттарын иҫәпкә алыу мөһим тип иҫкәртә ГАИ инспекторҙары

Бер юлы 6 автомобиль бәрелешкән
Бер юлы 6 автомобиль бәрелешкән

Кисә, 4 ғинуарҙа, төнгө сәғәт 11-ҙә 2005 йылғы водитель «Лада Приора» руле артында баш ҡалабыҙ Өфөнөң Октябрь проспекты буйлап Көньяҡ үткәүеле яғынан Кола урамы яғына табан барғанда, ҡаршы йүнәлештә хәрәкәт иткән «Рено Логан» менән бәрелешә, һөҙөмтәлә ул «Киа Рио» автомобиленә төкөй, ә үҙ сиратында «Киа» автомобиле  «Шкода Рапид», «Мазда СХ-6» һәм «Тойота Ланд Крузер Прадо» автомобилдәре менән бәрелешә.

Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә 51 йәшлек «Рено» пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса административ тикшереү башлана.

«Хөрмәтле юл хәрәкәте хеҙмәткәрҙәре! Һауа торошо насар булған шарттарҙа транспорттар араһындағы дистанцияны арттырырға кәрәк, шулай уҡ тиҙлекте кәметеү һәм күреү шарттарын иҫәпкә алыу мөһим!» — тип иҫкәртте ГАИ инспекторҙары.

 

фото:ГАИ

Бер юлы 6 автомобиль бәрелешкән
Бер юлы 6 автомобиль бәрелешкән
Бер юлы 6 автомобиль бәрелешкән
Бер юлы 6 автомобиль бәрелешкән
Бер юлы 6 автомобиль бәрелешкән
Бер юлы 6 автомобиль бәрелешкән
Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас