Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Ғинуар , 16:22

Өс кешенең ғүмере өҙөлгән...

Йыл башынан 57 янғын теркәлгән

Өс кешенең ғүмере өҙөлгән...
Өс кешенең ғүмере өҙөлгән...

Бөгөн төндә Башҡортостанда баҡса ширҡәттәрендә ике янғын сыҡҡан, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов. Ике янғын да Өфө районы биләмәһендә, «Озерки» һәм «Ромашка» баҡса ширҡәттәрендә сыҡҡан.

«Янғындар һөҙөмтәһендә ике баҡса йорто тулыһынса юҡҡа сыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1961 йылғы бер ҡатын һәләк булған. Тағы ла өс кеше дауаханаға оҙатылған», — тип һөйләне Ирек Сәғитов. Бер зыян күреүсе — 1983 йылғы ҡатын реанимацияла ауыр хәлдә ята, тәненең 70 проценттан ашыуы бешкән. 

2026 йыл башынан Башҡортостанда йәмғеһе 57 янғын теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған.

Фото: РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте

Өс кешенең ғүмере өҙөлгән...
Өс кешенең ғүмере өҙөлгән...
Өс кешенең ғүмере өҙөлгән...
Өс кешенең ғүмере өҙөлгән...
Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас