3 ғинуарға ҡарай төндә Белоретта күп балалы ғаилә йортонда янғын сыҡҡан. Стәрлетамаҡ урамында 5х8 метрлыҡ ҙурлыҡтағы бүрәнә йорт янып киткән.
Бәхеткә күрә, янғын сыҡҡан ваҡытта өйҙә бер кем дә булмаған. Янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр тиҙ арала утты һүндерә. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
фото:МЧС РБ