Өфө районы Шмидт ауылында ағалы-ҡустылар - ике ир мунсаға барғандар. Әммә контейнер ҡоролма рәүешендәге мунса дүртенсе сәғәттә яна башлай. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусыларҙы саҡыралар.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса төбәк дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, 35 йәшлек һәм 32 йәшлек ағалы-ҡустыны төрлө дәрәжәләге тән бешеүе менән дауаханаға оҙатҡандар.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын мунсаны газ горелкаһы ярҙамында тоҡандырырға маташҡанда сыҡҡан», — тип асыҡлыҡ индерҙе ҡотҡарыусылар.
Фото: Госкомитет РБ по ЧС