ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
2 Ғинуар , 10:18

Күрше районда - фажиғә...

Аш-һыу бүлмәһендә үле кәүҙә табыла.

Күрше районда - фажиғә...Күрше районда - фажиғә...
Күрше районда - фажиғә...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Яңы йылдың тәүге көнөндә үк республикала янғын осраҡтары теркәлде.

Кисә Ейәнсура районының Биштирәк ауылында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 70 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. Йортта янғын сыға. Ваҡиға урынына Ҡаҙанболаҡ ауыл Советының ирекле янғын һүндереү дружинаһы һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделениелары хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала килеп етә. Ут тиҙ арала һүндерелә. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йорттоң аш-һыу бүлмәһендә үле кәүҙә табыла. 

Янғын сәбәптәре асыҡлана. 

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан бирелгән мәғлүмәт буйынса, яңы йыл башланғандан алып республикала 14 янғын осрағы теркәлгән, бер кеше үлгән, икәү йәрәхәттәр алған. Ҡыш миҙгелендә, айырыуса әлеге оҙайлы ял көндәрендә, ут менән һаҡ, иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Уяулыҡты юғалтмайыҡ.

 

Автор: Карима Усманова
Фото: МЧС РБ 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас