ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
31 Декабрь 2025, 07:57

Яңы йыл алдынан өйһөҙ тороп ҡалғандар...

Байрамдарҙа гирляндалар, йылытҡыстар һәм пиротехника ҡулланыу һөҙөмтәһендә янғын сығыу хәүефе күпкә арта

Яңы йыл алдынан өйһөҙ тороп ҡалғандар...Яңы йыл алдынан өйһөҙ тороп ҡалғандар...
Яңы йыл алдынан өйһөҙ тороп ҡалғандар...

Кисә Бәләбәй районы Надеждино ауылында шәхси йорт янған. Торлаҡ тулыһынса тиерлек юҡҡа сыҡҡан, тип хәбәр итте Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев. Уның һүҙҙәренсә, янғындың сәбәбе - электр ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу. Азат Сәхәбиев  яңы йыл байрамдарында гирляндалар, йылытҡыстар һәм пиротехника ҡулланыу һөҙөмтәһендә янғын сығыу хәүефе күпкә арта тип иҫкәртте.

«Электр сымдарының торошона айырым иғтибар бирегеҙ, электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш йөкләмәгеҙ, сертификатлы электр приборҙарын ғына ҡулланығыҙ һәм пиротехник изделиелар ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙҙең иғтибарлылығығыҙ һәм яуаплылығығыҙ — һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың именлегенең нигеҙе», — тип мөрәжәғәт итте  Азат Сәхәбиев.

Фото: Бәләбәй районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

Яңы йыл алдынан өйһөҙ тороп ҡалғандар...
Яңы йыл алдынан өйһөҙ тороп ҡалғандар...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас