

Белорет районы Ломовка ауылы янында өс балыҡсыға ярҙам талап ителгән.
Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов һөйләүенсә, ир-егеттәр иртә таңдан Ағиҙел йылғаһына балыҡ тоторға килгән. Балыҡ тотоу менән мауығып, улар йылға ағымының боҙҙо йыуып, киң мәке барлыҡҡа килтереүен шунда уҡ һиҙмәй. Йылға уртаһындағы утрауҙа балыҡсылар ярға үҙаллы кире ҡайта алмаясаҡтарын аңлай һәм ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә.
Бәхеткә күрә, яҡында ғына Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары иҫкәртеү рейды үткәргән һәм бәләгә тарыған ир-егеттәргә ярҙамға ашыҡҡан. Ҡотҡарыу таҡтаһы ярҙамында ҡотҡарыусылар балыҡсыларҙы ярға эвакуациялай.
"Хөрмәтле республика халҡы һәм ҡунаҡтары! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡышҡы балыҡ тотоу ваҡытында бик һаҡ булығыҙ һәм тикшерелмәгән урындарҙа боҙға сыҡмағыҙ. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта 112-се номерға шылтыратығыҙ!"- тип мөрәжәғәт итте ведомство башлығы республика халҡына.
Фото: Кирилл Первовтың телеграм-каналы