ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
31 Декабрь 2025, 07:21

Өс баланы оло ҡазанан ҡотҡарғандар..

Әсә балаларын ҡалдырып сығып киткәндә өйҙә ут сыҡҡан...

Өс баланы оло ҡазанан ҡотҡарғандар..Өс баланы оло ҡазанан ҡотҡарғандар..
Өс баланы оло ҡазанан ҡотҡарғандар..

Янғын һүндереүселәр Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында бер ҡатлы йортта сыҡҡан янғынды һүндергән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, әсә балаларын өйҙә ҡалдырып, магазинға киткән. Ошо мәлдә янғын башлана. Күршеләре, төтөнде күреп, ишекте аса һәм ике баланы урамға сығара. Был ваҡытта әсә лә ҡайтып өлгөрә һәм тағы бер балаһын ҡотҡарыу өсөн өйгә йүгереп инә һәм уны үҙе алып сыға.

Балаларҙы Саҡмағош үҙәк дауаханаһына тикшереү өсөн оҙатҡандар. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дознавателе һәм психологтар эшләй.
Утты 100 квадрат метр майҙанда һүндерәләр. Янғындың сәбәптәренең береһе балаларҙың ут менән шаярыуы булыуы ихтимал. Шулай уҡ электр селтәренең авария хәле (ҡыҫҡа замыкание) версияһы ҡарала.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас