

Учалы районы полицияһына Кирәбе ауылында йәшәүсе ҡатындың үҙенең 63 йәшлек өйҙәш ирен бысаҡ менән яралауы тураһында хәбәр килде.
Ваҡиға урынына килгән полиция хеҙмәткәрҙәре 1962 йылда тыуған, быға тиклем шундай уҡ енәйәт өсөн хөкөм ителгән ҡатынды ҡулға ала. Полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡатын киске ваҡытта өйҙәш ире менән бергә спиртлы эсемлектәр эсеүе тураһында һөйләй. Көтмәгәндә улар араһында низағ тыуа. Ир был ваҡытта бысаҡ менән бәрәңге әрсегән ҡатынды мыҫҡыл итә башлай. Бәхәстең иң ҡыҙыу мәлендә ғәйепләнеүсе зыян күреүсенең ҡорһағына быса менән сәнсә. Был хәлдең хәүефлелеген аңлап, ҡатын ашығыс хеҙмәттәрҙең саҡырыу номерына шылтырата. Зыян күреүсене ашығыс рәүештә дауаханаға оҙаталар.
Полиция ханымға ҡарата «һаулыҡҡа аңлы рәүештә ауыр зыян килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше аса.
Фото: Ксения Калинина