ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Декабрь 2025, 09:00

Бер фатирҙа... 40 бесәй, 30 эт һәм ҡарға менән бергә

Ханым күршеләр менән бәйләнешкә сыҡмаған, ҡасҡан, йәшеренгән.

"Минең Өфөм" берләшмәһе хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 48 квадрат метрлыҡ торлаҡ майҙанында 46 йәшлек ҡатын менән бергә 40 бесәй, 30 эт һәм ҡарға йәшәгән. Күршеләре подъездағы ҡырҡа насар еҫкә йыш зарланған. Хайуандарҙың ҡысҡырған тауыштары төнөн стена аша ишетелгән. Ханым күршеләр менән бәйләнешкә сыҡмаған, ҡасҡан, йәшеренгән.

Суд ҡатынға торлаҡты хайуандарҙан бушатырға, шулай уҡ дезинфекция һәм дезинсекция үткәрергә ҡушҡан. Суд ҡарарын үтәү өсөн 30 көн бирелә. Әммә ул ҡарар талаптарын үҙ теләге менән үтәмәгән. Ул саҡта приставтар ҡатынды административ яуаплылыҡҡа тарттырған.

Суд приставтары күргән сараларҙан һуң бесәйҙәр һәм эттәр приютҡа урынлаштырылған, ә ҡарғаны иреккә ебәргәндәр.

Йорт хайуандарын яратһаң да, шунса күп эт менән бесәй көтөргә түгел инде... Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас