

Бөгөн Өфөлә һауа температураһы +4 градус күрһәтә.
Бындай рекордлы йылылыҡ 1965 йылда теркәлгән. Ул заманда һауа температураһы+3,4 градус булған.
Киләһе көндәрҙә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана, ара-тирә ямғыр яуа, ти белгестәр. Һауа температураһы төндә 0... -5 градус, көндөҙ -1..+4 градустарҙа тирбәлә. Урыны менән, бигерәк тә республиканың төньяҡ өлөшөндә, епшек ҡар йә ямғыр, боҙло ямғыр яуа.
Бөгөн, йәғни 29 ноябрь, епшек ҡар яуыуы фаразлана, урыны менән юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплай, еүеш ҡар сымдарға һәм ағас ботаҡтарына һырыуы ихтимал. Шуның өсөн урамда йөрөгәндә, оло юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
❄️Синоптиктар прогнозы буйынса, ҡар декабрҙең икенсе декадаһында ғына көтөлә.
Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.
✅Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!