

7 ноябрҙә республика юлдарында өс кеше һәләк булған. Шул иҫәптән, көндөҙгө сәғәт 1-ҙәр тирәһендә Көйөргәҙе районында, Р-240 “Өфө – Ырымбур” автомобиль юлының 271-се километрында, 58 йәшлек водитель “Фредлайнер” бензин ташыған йөк автомобилендә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығып, “Тойота Рав 4” автомобиле менән бәрелешкән.
Авария һөҙөмтәһендә еңел машиналағы 41 йәшлек пассажир алған йәрәхәттәренән юл-транспорт ваҡиғаһы урынында вафат була, водитель дауаханаға оҙатыла.
Ошо уҡ көндө киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә Белорет ҡалаһында 25 йәшлек водитель “ВАЗ-2107” автомобилендә ҡала урамы буйлап хәрәкәт иткән саҡта юлдың рөхсәт ителмәгән урындан сығып барған йәйәүлене тапатҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 70 йәшлек йәйәүле ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була.
Шулай уҡ 8 ноябрҙә Өфөләге юл-транспорт ваҡиғаһында ла кеше һәләк булды.
Хөрмәтле водителдәр, әлеге ваҡыттағы насар һауа торошо һеҙҙән айырыуса иғтибарлы булыуығыҙҙы, ашыҡмауығыҙҙы талап итә. Шул саҡта ғына ошондай бәләләргә тарымаҫһығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фотолар:ГАИ РБ
Автор:Рәмилә Мусина