

Ира – Магнитогорск трассаһының 260-сы километрында – Кинйәбулат ауылы янында фажиғәле авария теркәлде.
“Лада Гранта” автомобиле менән “Volvo” йөк машинаһы бәрелешеүе һөҙөмтәһендә ике кеше ауыр йәрәхәтләнгән.
Үкенескә күрә, һуңыраҡ 66 йәшлек пассажир алған йәрәхәттәренән реанимация бүлегендә вафат була. Билдәле булыуынса, еңел автомобилдең 32 йәшлек водителе атаһы менән Хәйбулланан Өфөгә юлланған булған.
Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа һаҡ булыуығыҙ һорала. Тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ!
Автор:Аклима Гизатуллина