ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Октябрь 2025, 06:22

Сибайҙың һоҡланғыс ғаиләһе ине...

Бер аҙна элек Сибай ҡалаһында тотош ғаилә аварияла һәләк булған ине, бөгөн йәнә ҡаланың өлгөлө ғаиләләренең береһе юлда ҡурҡыныс фажиғәгә юлыҡты.

Сибайҙың һоҡланғыс ғаиләһе ине...Сибайҙың һоҡланғыс ғаиләһе ине...
Сибайҙың һоҡланғыс ғаиләһе ине...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Ира - Магнитогорск юлында атҡа бәйле юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Аварияла ирле-ҡатынлы һәм ҡатындың әсәһе шунда уҡ йән биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған ғаилә Сибайҙан, ҡаланың иң өлгөлө ғаиләләренең береһе ине. Ғаилә башлығы - һыу аҫты офицеры, запастағы III ранг капитаны Шәфҡәт Рәфҡәт улы Иҙрисов, уның ҡатыны Зилә Рәжәп ҡыҙы, шулай уҡ Зилә Рәжәп ҡыҙының әсәһе.

Иҙрисовтарҙың ике улы бар, икеһе лә атаһының юлын дауам итеп хәрби юлды һайлағандар, студенттар. Зилә Рәжәп ҡыҙы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының физика уҡытыусыһы ине. Тормошто шул тиклем яратҡан, уҡыусыларына төплө белем биргән, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған кеше ине ул Зилә Рәжәп ҡыҙы. Үҙҙәренең тормошто һөйөүҙәре, йәшәүгә ынтылыштары менән барыһына ла өлгө инеләр... Күрәһең, Хоҙайға ла тик яҡшы кешеләр генә кәрәктер инде...

Улдарының, ата-әсәһенең, туғандарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, йәндәре йәннәттә булһын!

Өс кешенең ғүмерен ҡыйған юл-транспорт фажиғәһендә ғәйепле булған ат хужаһына тейешле яза бирелер, ат хужалары был хәлдән һуң малдарын, ниһайәт, ҡарар, төнгөлөккә кәртәгә бикләр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Фото:ЮХХДИ

Автор:Карима Усманова

Сибайҙың һоҡланғыс ғаиләһе ине...
Сибайҙың һоҡланғыс ғаиләһе ине...
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас