ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Октябрь 2025, 19:26

Ҡыйыш атып тура тигеҙеү

"Мин унда булманым, күрмәнем дә, әммә шулай тип һөйләйҙәр", -тип ауыл мәҙәкәтрен

 

“Мин унда булманым, күрмәнем дә, әммә шулай тип һөйләйҙәр”,-тип төрлө мәҙәк, ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп көлөп, йылмайып алайыҡ.

Ҡыйыш атып тура тигеҙеү.

Ауыл клубында кис, ололар өсөн үткәрелгән яңы йыл маскарады гөрләп бара. Зал уртаһындағы биҙәлгән шыршы ултыра. Үҙҙәрен танытмаҫлыҡ булып ҡуян, айыу, бүре, пират, мәсекәй әбей, бабай һәм башҡа төрлө битлектәр һайлап,  кейенеп килгән кешеләр тегеләй-былай әйләнеп, көй аҫтында шыршы тирәләй бейейҙәр. Яңы йыл маскарадында  уйламаған кеше шулай битлектәр кейеп, берәй танымаҫлыҡ образға инеп йөрөй, үҙ һөнәрен күрһәтеү конкурсында ҡатнаша, әммә уны бер нисек тә уны танып булмай. Ауылдағы Яңы йыл тамашаһының бар ҡыҙығы ла шунан тора ла инде.Бәләкәй ауылда кешене хатта атлашынан биш саҡрымдан танып була. Шуға күрә,ҡайһы берәүҙәре, үҙҙәрен танытмаҫҡа була, был байрамға хатта аҙымдарын, йәғни атлаштарын үҙгәртеп, үҙе һайлаған образдың, шул битлектең роленә инеп йөрөй. Шуларҙың кемеһелер һине йә ҡосаҡлап, йә бер нимә эшләп, нисектер һине шаяртып китә. “Быныһы кем икән тип?”-тип, ошо тамашаны ситтән күҙәтеп ултырыусылар баш ҡатыралар шунан. “Оҙонлоғо Тәкәл тауы артындағы шул ағайға оҡшаған,әммә бейеп йөрөүе Ҡабаҡ башындағы был ағайға оҡшап китә. Атлап китһә инде мәктәп урамындағы  Филюс була ла ҡуя. “Тәк, тәк, тәк, хәҙер беләбеҙ һине!”-тиеп артабан дауам итәләр күҙәтеүҙәрен тамашасылар. Бына бер мәл залға йүгереп , бәләкәй генә буйлы, һунарсы булып кейенгән бер кеше килеп инде. Танырлыҡ түгел, тумалаҡ ҡына. Ҡатын затынан икәнен тоҫмаллап була. Бик шуҡ һунарсы булып сыҡты. Уҡ-янын тоҫҡап “бүре,айыу, ҡуян”дарҙы баҫтырып ,шыршы тирәләп шәп-шәп итеп бейеп ураны. Шул саҡта Ҡыш бабайҙың: “Йә, кемдең ниндәй һөнәре бар?”-тип  һүҙ башлауы булды,баяғы шаян һунарсыбыҙ ысын итеп эшләнелгән уғын алып, янына ҡуйып, түбәгә төҙәп киң ҡолас менән атырға йыйынды. Һәм атты ла! Атылған осло уҡ  иң беренсе түбәгә тейҙе, унан ҡаҡлығып китеп ҡарап ултырыусы тамашасылар яғына осоп китте.  Бер шофер ағайҙың ике ҡашы араһына ғына барып тейҙе бит баяғы уҡ ,әйгенәм! Уҡ тейгән ерен тотоп оло кәүҙәле шофер ағай “Уй!”-тип эйелеп, башын ҡаплап ултырҙы. Зал бер секундҡа тымды. Ни булып бөтөр? Яңы йыл тамашаһын алып барыусы апай йүгереп барып етә шофер ағай янына. “Уй,  ағай, ҡарағыҙ әле бында...”-тип ярҙам итмәксе була. Тик баяғы ағай ҡапыл һикереп тороп тороп, маңлайын тотоп, йоҙроғон төйөп, теге атҡан һунарсыға табан ҡарап, асыулы өндәшә. Тик теге өлгөр һунарсының баштағы батыр образынан бер эҙ ҙә  ҡалмаған, үҙе баяғы “ҡуян”дар араһына ҡасып ҡына, боҫоп, ҡурҡып ҡына ҡарап тора, ти. “Ну, катын, ҡайт ҡына өйгә!”-ти икән , шофер ағай , ысын асыуланып. Бына шунда ғына  Яңы йыл тамашасылары, баяғы уҡ тейгән ағайҙы йәлләр урынға, киреһенсә көлөп алып китәләр. Баҡһаң, үҙ ҡатынының уғы килеп тейгән икән. Бында әкиәтең дә кәрәкмәй, өйрәтеү ҙә кәрәкмәй, уйлап эшләһәң дә улай килеп сыҡмай. Ҡарап ултырған иллеләгән тамашасы араһынан, һинең атҡан уғың тап үҙ иреңә килеп тейһен әле! Бына шулай, кәрәк булһа, бигерәк тә ҡатындар, ҡыйыш атып тура сәпкә тигеҙә беләләр шул. Өйҙәренә ҡайтҡас нимә булғандыр,нисек килешеп, ярашҡандарҙыр - уныһы беҙгә ҡараңғы.  Әммә был апай менән ағай әлеге көндә өлгөлө ғаилә булып, миҙал алып, хаҡлы ялдалар.

 Бер ихлас йылмайыу , көлөп алыу һаулыҡҡа файҙалы, ғүмерҙе оҙайта, ти. Ә һеҙҙә ниндәй ҡыҙыҡ хәлдәр бар?

Зимфира Ҡасҡынова

Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас