ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
28 Сентябрь 2025, 16:32

Ишле ғаилә йортһоҙ ҡалған

Хужабикә  уянғанда бүлмә төтөн менән тулған булған...

Ишле ғаилә йортһоҙ ҡалғанИшле ғаилә йортһоҙ ҡалған
Ишле ғаилә йортһоҙ ҡалған

Бәләбәйҙә күп балалы ғаилә йәшәгән йорт янған, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.

Янғын Речная урамындағы йортта сыҡҡан. Хужабикә шарт-шорт янған тауышҡа уянғанда бүлмә төтөн менән тулған булған. Үҙе лә, балалары ла тәҙрә аша тышҡа сығып өлгөргән.

«Бәхеткә күрә, барыһы ла иҫән-һау. Янғын һүндерелде. Күп балалы ғаилә ваҡытлыса туғандарында йәшәп тора», — тип асыҡлыҡ индерҙе ҡотҡарыусылар.

Янғындың сәбәбе асыҡлана. Уттың төҙөк булмаған электр үткәргестән сығыуы ихтимал.

фото:МЧС РБ

Ишле ғаилә йортһоҙ ҡалған
Ишле ғаилә йортһоҙ ҡалған
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас