ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Сентябрь 2025, 14:40

Юл бирмәү фажиғәгә килтергән...

Водитель "Ашығыс ярҙам" килгәнсе үк йән биргән

Юл бирмәү фажиғәгә килтергән...Юл бирмәү фажиғәгә килтергән...
Юл бирмәү фажиғәгә килтергән...

Бөгөн көндөҙ Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлында фажиғә теркәлгән.

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ хәбәр итеүенсә,  Белорет районында «Шкода Октавия» водителе көйләнмәгән юл сатында «Лада Ларгус»ҡа юл бирмәгән. Көслө бәрелешеү һөҙөмтәһендә «Лада Ларгус» водителе алған йәрәхәттәренән ашығыс медицина ярҙамы машинаһында йән биргән. «Шкода» водителе һәм уның пассажиры дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.  

Фото:Башҡортостан буйынса ЮХХДИ

Автор:Гөлфиә Акулова

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас