

"Лада" водителе йылғаға төшөп китеп, саҡ һәләк булмай ҡала. БР буйынса тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, ваҡиға 16 сентябрҙә кис булған. Ир машина менән иҫерек килеш идара итә. Яр буйына төшкәндә автомобилен туҡтата алмаған һәм ул йылғаға ҡолай. Бәхеткә күрә, водитель ваҡытында автомобилдән сығып өлгөргән, уның ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары был факт буйынса тикшереү үткәрә.
фото:МЧС РБ