ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Сентябрь 2025, 15:27

Күп балалы әсәй иҫерек килеш руль артына ултырған

Өҫтәүенә, уның машинаһында уның өс балаһы була.

Күп балалы әсәй иҫерек килеш руль артына ултырғанКүп балалы әсәй иҫерек килеш руль артына ултырған
Күп балалы әсәй иҫерек килеш руль артына ултырған

Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, Балтас районында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары документтарҙы тикшереү өсөн «Лада Калина»ны туҡтатҡан. Руль артында алкоголь еҫе сыҡҡан 35 йәшлек ҡатын ултырған. Транспорт салонында өс бала була.

Тикшереү ҡатындың иҫерек булыуын күрһәтә (0.822 мг/л).

Ханымға ҡарата административ протокол төҙөйҙәр, шулай уҡ бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға  материалдар тапшырыласаҡ.

Видео:Владимир Севастьянов 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас