ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Сентябрь 2025, 15:08

45 йәшлек тракторсы ни өсөн һәләк булған?

  

45 йәшлек тракторсы ни өсөн һәләк булған?45 йәшлек тракторсы ни өсөн һәләк булған?
45 йәшлек тракторсы ни өсөн һәләк булған?

Башҡортостандың дәүләт хеҙмәт инспекцияһы трактор аҫтында «Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығының 45 йәшлек механизаторының һәләк булыу сәбәбен атаны. Бәхетһеҙ осраҡ 19 апрелдә Ҡырмыҫҡалы районының Антоновка ауылы янындағы баҫыуҙа теркәлгән.

Был көндө ике механизатор баҫыуға ашламалар индерелгәндән һуң тупраҡты тырматыу менән шөғөлләнә. Бер аҙҙан уларҙың береһен үле килеш табалар. Асыҡланыуынса, маневр ваҡытында трактор агрегатының дискыһы механизаторҙың ыштанын эләктереп ала һәм транспорт сараһы хәрәкәт иткәндә уны ситкә ырғыта. Алынған йәрәхәттәрҙән эшсе ваҡиға урынында вафат була.

Хеҙмәт инспекцияһы билдәләүенсә, ғәйепле тракторсыны  хеҙмәтте һаҡлау буйынса күнекмәләр үткәрмәйенсә эшкә ебәрәләр. Бынан тыш, инструкцияла тырмалау буйынса эштәрҙе башҡарғанда ҡағиҙәләр яҙылмаған, тип аңлатты Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова. Тикшереү материалдары тәфтиш органдарына тапшырылған.

Фото: Олег Яровиков

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас