ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Сентябрь 2025, 15:20

Яҡташыбыҙ хәбәрһеҙ юғалған туғанын эҙләйем тип аҡсаһыҙ ҡалған

Нефтекама полицияһына 55 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Билдәһеҙҙәр уның банк иҫәбенән 95 мең һумдан ашыу аҡсаһын урлаған.

Яҡташыбыҙ хәбәрһеҙ юғалған туғанын эҙләйем тип аҡсаһыҙ ҡалғанЯҡташыбыҙ хәбәрһеҙ юғалған туғанын эҙләйем тип аҡсаһыҙ ҡалған
Яҡташыбыҙ хәбәрһеҙ юғалған туғанын эҙләйем тип аҡсаһыҙ ҡалған

Асыҡланыуынса, ғариза биреүсе хәбәрһеҙ юғалған туғанын эҙләй икән, шуға күрә интернет-берләшмәләрҙе ҡарай, мессенджерҙарҙа эҙәрмәндәр төркөмдәре чаттарында тора. Яңыраҡ ул шундай ресурстарҙың береһендә «юғалғандар исемлеге» тип аталған файлға тап була. Уны асып ҡарарға уйлай, әммә тырышлығы уңышһыҙ тамамлана. Күпмелер ваҡыттан һуң уға сит номерҙарҙан шылтыратыуҙар, һуңынан банктарҙан аҡсаны иҫәптән алыу тураһында хәбәрҙәр килә башлай. 

Файлды асырға тырышҡан саҡта ул мутлашыусыларға үҙенең телефонына ситтән тороп инеү, банктарҙың онлайн ҡушымталарын асыу һәм аҡса урлау мөмкинлеген биргән вирусты күсереп алған.

Хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәре ошо хәлдең сәбәптәрен асыҡлай.

Фото:Ксения Калинина

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас