ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Сентябрь 2025, 06:11

Өс улы атайһыҙ ҡалды

Был көндө ул ҡатыны менән талаша... 

Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә ҡурҡыныс видеояҙма таралды: Борай районында еңел автомобиль ҙур тиҙлектә төҙөлгән күпер өҫтөнә килеп менә һәм уның аша осоп китә. Шул арала машина яна башлай һәм туп-тура Йүгерек Танып йылғаһы эсенә төшөп китә. Тәүҙә рулдәге кешене иҫән ҡалған һәм әле дауаханала тиһәләр ҙә, был хәбәр дөрөҫлөккә тура килмәй. Фажиғә һәм унда һәләк булған ир тураһында “КП-Өфө” баҫмаһы анығыраҡ мәғлүмәт бирҙе.

Ир дауаханаға эләкмәй. Туғандары был хәбәрҙе күргәс, дауаханаға барып та уны эҙләп ҡарай. Ләкин ирҙе унда килтереүсе булмай. Авариянан һуң водитель дә, уның машинаһы ла юҡ була. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, руль артында Ҡалтасы районында йәшәгән 37 йәшлек Илгиз тигән кеше ултыра. Ул өйләнгән, өс малайы бар: тәүгеһе беренсе никахтан, ә дүрт һәм һигеҙ йәшлек малайҙар әлеге ғаиләлә тәрбиәләнгән. Илгиз үҙе вахта менән Себерҙә эшләгән.

Уның туғандары әйтеүенсә, фажиғә көнөндә ир ҡатыны менән талашҡан, ғауға сәбәбе билдәле түгел.

– Араларында нимә булғандыр, белмәйем. Талашҡас, уның рулгә ултырып сығып киткәнен генә беләм. Әле ҡатынына ныҡ ҡыйын. Илгиз үҙе бик ихлас, шат күңелле, ярҙамсыл кеше ине. Ул өлгөлө ғаилә башлығы: ҡатынын, балаларын ярата, ҡулсан, өйөндә тулыһынса ремонт яһағайны. Ҡатыны иртә етем ҡалған, тормошо ауыр булған. Ул хужабикә, өйөнән бик сыҡмай ине, – тип һөйләгән “КП-Өфө” баҫмаһына ирҙең туғандары.

Улар әйтеүенсә, Илгиз менән бәхетһеҙ осраҡ булғандыр, ул машинаһына идараны юғалтҡан.

Ашығыс хеҙмәттәр ирҙе һәм уның машинаһын ике көн буйына эҙләй. Һөҙөмтәлә водолаз эштәре башлана һәм һыу аҫты камераһы ярҙамында ғына табыла. Машина ике метр ярым тәрәнлектә ятҡан.

Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Сығанаҡ: "КП-Өфө".

Автор:Альфия Мингалиева

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2025-09-10/s-uly-atay-y-aldy-4381448?utm_source=away.vk.com&utm_medium=referral&utm_campaign=away.vk.com&utm_referrer=away.vk.com

Автор:
Читайте нас