ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
1 Сентябрь 2025, 16:41

Табиптар 6 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өсөн көрәшә

Баланы йорт ихатаһында машина бәрҙереп киткән.

Табиптар 6 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өсөн көрәшәТабиптар 6 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өсөн көрәшә
Табиптар 6 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өсөн көрәшә

Бәхетһеҙ осраҡ Нефтекама ҡалаһында булған. Бик күп йәрәхәттәр алған ауыр хәлдәге ҡыҙҙы дауаханаға килтергәндәр.

Хәҙер бала реанимацияла ята. Хәл тотороҡланғас, кескәй пациентты санавиация менән Өфө дауаханаһына күсерәләр, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас