Бөрө районының Түбәнге Ыласынтау ауылы янында ике дуҫ тыныс ҡына балыҡ тотҡан. Ҡапыл уларҙың береһе айыуҙың ырылдауын ишетә. Ҡурҡып, ул урынын ташлап китә, дуҫын һәм машинаһын яр буйында ҡалдыра. Ул ярҙам саҡырыу өсөн ауылға ҡасҡан, тип һөйләнеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дуҫы менән бәйләнеш өҙөлә. Уны эҙләргә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, һунар күҙәтеүе һәм ауыл советы вәкилдәре сыға.
Бәхеткә күрә, ике сәғәт самаһы эҙләгәндән һуң юғалған ирҙе табалар: ул йылға эсендә һыуҙа ултыра, шулай уҡ бүрәнәнән йығылып төшөп ҡулын һындыра һәм телефонын төшөрә, шуға күрә бәйләнеш булмай. Зыян күреүсегә медицина ярҙамы күрһәтелә.
Ведомствола ҡырағай хайуандар менән осрашырға мөмкин булған урындарҙа төнөн балыҡ тотмаҫҡа кәңәш итәләр. Шулай уҡ һыу үткәрмәҫ һауытта зарядланған телефон һәм сигнал биреү өсөн һыҙғыртҡыс йөрөтөргә кәрәк.
“Айыу менән осрашҡанда паникаға бирелмәгеҙ, йүгермәгеҙ һәм ҡысҡырмағыҙ. Артҡа боролмайынса әкрен генә сигенегеҙ”, - тип билдәләне ҡотҡарыусылар.
Ашығыс хеҙмәттәрҙең берҙәм телефоны -112.