Кисә Әлшәй районында бик ҡурҡыныс фажиғә булыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Иҫерек водитель “Лада” машинаһы руле артында велосипедта юл ситенын китеп барған 12 йәшлек ҡыҙ баланы тапатып үлтерә. Быға тиклем ул иҫерек килеш машинаға идара иткән өсөн водитель таныҡлығынан ҡолаҡ ҡаҡҡан булған.
Әле 12 йәшлек ҡыҙ һәм уның ғаиләһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды. Был турала "Мой Башкортостан" паблигы яҙа. Фажиғә булған Аксен ауылы халҡы һәләк булған ҡыҙҙың ғаиләһе тураһында һөйләгән. Уларҙың әйтеүенсә, ғаилә имен. Атаһы эшләй, ә әсәй бәләкәй бала менән өйҙә ултыра.
Ул кистә 12 йәшлек ҡыҙ өләсәһенән ҡайтып килгән һәм өйөнә тиклем бер нисә метр ғына барып етә алмаған. Ҡыҙыҡай, өләсәһе һәм уны тапатҡан әҙәм бер урамда йәшәгән.
“Бала өләсәһендә мунсала булған. Ваҡыт унынсы ярты ине. Уның ата-әсәһе бик яуаплы кешеләр. Яҡшы ғаилә”, – ти ауылдаштары.
Ауылдаштары ғаиләнең ҡайғыһын уртаҡлаша. Улар шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә ғәйеплегә ҡаты яза биреүҙе талап итә.