ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Август 2025, 11:02

Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған

60 йәшлек ирҙе юлдашы һыйлаған.

Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланғанРеспубликала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған
Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, ир бөгөн Өфөнөң 21-се дауаханаһына оҙатылған. Хәле ныҡ ауыр тип баһалана.

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, ул — чача менән ағыуланған өсөнсө пациент.

8 августан алып 30 йәшлек ир ҙә ошонда дауалана. Уның хәле тотороҡло, ыңғай динамика күҙәтелә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда Сочи чачаһы менән ағыуланған йәш ҡатын вафат булған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-13/posle-otpravleniya-chachey-v-reanimatsiyu-popal-eschyo-odin-zhitel-bashkirii-4347896

Автор:Гөлфиә Акулова
Фото:Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте
Автор:
Читайте нас