ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Август 2025, 16:30

Хәйбуллала 19 йәшлек егет мунсала тәнен бешергән

   

Хәйбуллала 19 йәшлек егет мунсала тәнен бешергәнХәйбуллала 19 йәшлек егет мунсала тәнен бешергән
Хәйбуллала 19 йәшлек егет мунсала тәнен бешергән

Был хәл Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында булған.

Егет бензин һибеп, мунса тоҡандырған ваҡытта тәнен бешергән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ул район дауаханаһы табиптарына мөрәжәғәт иткән, ләкин дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан.

Ведомствола мейес яҡҡанда, электр һәм газ приборҙарын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш иттеләр.

Фото:Ксения Калинина

Автор:Дарья Субботина

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас