ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Август 2025, 15:37

Чача менән ағыуланған ҡатын күреү һәләтен юғалтҡан

Ә һуңынан вафат булған...

Чача менән ағыуланған ҡатын күреү һәләтен юғалтҡанЧача менән ағыуланған ҡатын күреү һәләтен юғалтҡан
Чача менән ағыуланған ҡатын күреү һәләтен юғалтҡан

Сочиҙа һатып алынған чачаны эскәндән һуң күреү һәләтен юғалтҡан яҡташыбыҙ дауаханала вафат булған. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, пациент 10 августа яҡты донъя менән хушлашҡан.

Адлерҙың баҙарында һатылған чача менән ағыуланыуға метил спирты сәбәпсе булыуы ихтимал, тип хәбәр итте Mash. Тартып алынған алкоголь продукцияһында метанол табылған. Әлеге ваҡытта 10 кешенең чача эсеп вафат булыуы билдәле. Адлер баҙарында өй шарттарында яһалған шарап һәм чача һатҡан ике ҡатын ҡулға алынған. 

Фото:Ксения Калинина
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас